Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 6:7 - Изге Яҙма

7 Йушағ халыҡҡа ошондай бойороҡ биреү менән, ете ҡаһин, мөгөҙ борғо ҡысҡырта-ҡысҡырта Раббы һандығы алдынан ҡуҙғалды, Раббының Килешеү һандығы улар артынан барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 6:7
5 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әлегә һеҙҙең ҡатындарығыҙ, бала-сағағыҙ һәм мал-тыуарығыҙ ошонда, Иордан йылғаһының биръяғында, Муса һеҙгә биргән ерҙә ҡалһын, ә һеҙ, яугирҙәр, ҡоралланып, ҡәрҙәштәрегеҙ алдынан барығыҙ. Раббы һеҙгә биргән шикелле, уларға ла тыныс тормош биргәнсе, уларға булышығыҙ. Улар Аллағыҙ Раббы биргән ерҙе яулап алғас, һеҙ әйләнеп ҡайтырһығыҙ һәм Иордандың көнсығышында Раббы ҡоло Муса һеҙгә биләмә итеп биргән ерҙе төйәк итерһегеҙ.


Ҡырҡ меңгә яҡын яугир, һуғышҡа әҙер булып, Раббы алдынан Йерихо тигеҙлегенә ҡарай атланы.


Килешеү һандығы алдынан ете ҡаһин барһын, һәр береһенең ҡулында мөгөҙ борғо булһын. Етенсе көндө ҡаланы ете мәртәбә урап сығығыҙ, ҡаһиндар борғо ҡысҡыртып йөрөһөн.


Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


Борғо ҡысҡыртҡан ҡаһиндар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Килешеү һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ