Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 6:5 - Изге Яҙма

5 Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 6:5
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мөгөҙ борғоноң тауышы көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Шул саҡ Муса Аллаға мөрәжәғәт итте һәм Алла уға күк күкрәтеп яуап бирҙе.


Моавтың бейек диуарҙарын емереп ташлар, Ҡолатыр ҙа саң-туҙанға әйләндерер.


Ошо көндө, оло ҡырылыш, манаралар ҡолаған көндө, Һәр тауҙан, һәр бер түбәнән Шишмәләр, ташҡын һыуҙар ағып төшөр.


Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.


Исраил кешеләре иман менән ете көн рәттән Йерихо ҡалаһын урағандан һуң, уның диуарҙары ишелеп төшә.


Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ.


Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.


Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ.


Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


Боҫҡондағылар иһә сығып Гивғаға уҡтала, уны баҫып ала һәм ундағы бөтә халыҡты ҡылыстан үткәрә.


Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.


Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды.


Раббының Килешеү һандығы тупламға килгәс, бөтә исраилдар шул тиклем ҡысҡырышты, хатта ер тетрәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ