25 Шул осорҙа Йушағ ант итеп былай тине: «Йерихо ҡалаһын яңынан төҙөр кеше Раббы алдында ләғнәтле булһын. Оло улының йәне хаҡына Ҡаланың нигеҙен һалыр. Кинйә улының йәне хаҡына Ҡапҡа бағаналарын ҡуйыр!»
Салма – Рахавтан тыуған Боғаздың, Боғаз – Руттан тыуған Ғоведтың, Ғовед – Ишайҙың,
Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор».
Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай.
Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.
Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –
Ысынында иһә ул шымсыларҙы өй башына мендереп, етен көлтәләре аҫтына баҫырып һалып ҡуйғайны.
Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора.