23 Исраилдар ҡаланы һәм унда булған бар нәмәне үртәне. Бары тик алтын-көмөштө, баҡыр һәм тимер әйберҙәрҙе Раббы йортоноң хазина һаҡлағысына алдылар.
Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!
Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы?
Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда Алла Ибраһимды иҫендә тотто. Шуға күрә йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.
Тағы шул: ете көн тупламдан ситтә булығыҙ. Кеше үлтергән йәки мәйеткә ҡағылған һәр кем – үҙегеҙ ҙә, әсирҙәрегеҙ ҙә – өсөнсө көндө һәм дә етенсе көндө таҙарынһын.
– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки хәрәм тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген аңғартты.
Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.
Берҙәмлектән ситтә булғандарҙы хөкөм итеү минең эшем түгел, уларҙы Алла хөкөм итер. Берҙәмлектәгеләрҙе иһә һеҙ хөкөм итергә тейеш. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яуыздарҙы үҙ арағыҙҙан ҡыуығыҙ».
Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.
Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай.
Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.
– Үҙегеҙҙе эҙәрләп киткән кешеләрҙе осратмаҫ өсөн, тауҙар яғына барығыҙ, – тине Рахав. – Улар өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, өс көн буйы шунда йәшеренеп тороғоҙ ҙа, шунан үҙ юлығыҙҙа булығыҙ.
Теге кеше уларға юл күрһәтте. Улар ҡала халҡының барыһын да ҡылыстан үткәрҙе, ә теге кешене бөтөн нәҫел-нәсәбе менән бергә ебәрҙеләр.