Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 6:21 - Изге Яҙма

21 Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 6:21
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.


Эй Дивон ҡалаһында йәшәгән халыҡ! Шөһрәтле урыныңдан төш, Саң-туҙан өҫтөнә ултыр. Сөнки Моавты һәләк итеүсе Һинең дә өҫтөңә килер, Ҡәлғәләреңде емерер.


Бар яумалды йыйып, майҙан уртаһына өйөп ҡуй. Ҡаланы бөтә яумал менән бергә Аллаң Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп яндыр. Ҡала мәңгегә емерелеп ятһын, ҡабаттан яңыртып төҙөлмәһен.


Шул ваҡытта беҙ уның бөтә ҡалаларын яулап алдыҡ һәм харам ҡылдыҡ, ирҙәрҙе, ҡатындарҙы һәм балаларҙы – береһен дә тере ҡалдырманыҡ.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.


Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне.


Исраилдар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Һуңынан улар Хасорҙы яндырҙы.


Исраилдар баҫып алынған ҡалаларҙан табышты һәм мал-тыуарҙы үҙҙәренә алды, ә кешеләрҙе, береһен дә иҫән ҡалдырмай, ҡылыстан үткәрҙе.


Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ҡор, – тине.


Исраилдарҙың ҡалалағы яугирҙәре лә Ғай һуғышсыларына ҡаршы ташланды һәм тегеләр арттан да, алдан да исраилдар араһында ҡалды. Исраил ғәскәре уларҙы ҡырып һалды: бер кем дә иҫән ҡалманы, һис кем ҡасып ҡотола алманы.


Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп,


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ.


Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.


Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ