Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 6:19 - Изге Яҙма

19 Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 6:19
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт батша уларҙы үҙе буйһондорған бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш һәм Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улынан ҡулға төшөрөлгән яумалдың бер өлөшө менән бергә Раббыға бағышланы.


Ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талап алды, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән бөтә алтын ҡалҡандарҙы ла алып китте.


Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.


Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


Дауыт батша уларҙы бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш менән бергә Раббыға бағышлай.


Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай.


Ошо Шеломиҫ һәм уның ағай-энеһе Раббыға бағышланған изге әйберҙәр һаҡлағысы өсөн яуаплы була. Был һаҡлағыста Дауыт батша, ғаилә башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, ғәскәр башлыҡтары Раббыға бағышлаған бүләктәр һаҡлана.


Һуғыштарҙа яулап алынған яумалдың бер өлөшөн улар Раббы йортон тотоуға бағышлап тапшырыр була.


Шемуил әүлиә, Ҡиш улы Шаул, Нер улы Авнер, Серуяһ улы Йоав бағышлағандың барыһы, бағышлаған бүләктәрҙең һәммәһе Шеломиҫ менән уның туғандарының ҡулы аҫтында була.


Дауыт шулай уҡ Раббы йортоноң ихаталары һәм әйләнәләге бүлмәләр, Алла өйө хазиналары ҡаҙнаһы һәм Раббыға бағышланған әйберҙәр ҡаҙнаһы өсөн күңеленән ниәт иткән бөтә нәмәләрҙе лә әйтә.


Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Алла йортона тапшыра.


Килтерелгән бүләктәрҙе, ғөшөрҙәрҙе, бағышланған саҙаҡаларҙы – һәммәһен теүәлләп күсерәләр. Улар янында леви Конанъяһ мөдирлек итә, уның ҡустыһы Шимғи уға ярҙамсы итеп тәғәйенләнә.


Левиҙәр уңыштың унынсы өлөшөн йыйған ваҡытта, Һарун нәҫеленән булған бер ҡаһин левиҙәр янында булырға, левиҙәр иһә үҙҙәренә тейгәндең ундан бер өлөшөн Аллабыҙ йортона, келәт бүлмәләренә алып барып тапшырырға тейеш.


Ғәвәд-Мәләх, үҙе менән кешеләр алып, батша һарайындағы келәткә барҙы, унан иҫке сепрәк-сапраҡ, алам-һөләм кейем алды ла, арҡандарға бәйләп, соҡорға төшөрҙө.


Дүртенсе йылда ағастың бөтә емеше изге булыр, был – Раббыға шөкөр саҙаҡаһы.


«Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың».


кешенән алып малғаса бөтә табышты –


әсирҙәрҙе, яумалды – Моав тигеҙлегенә, Иордан буйында Йерихо ҡаршыһына ҡоролған тупламдарына, Муса менән Әлғазар ҡаһинға, Исраил йәмғиәтенә алып ҡайттылар.


алтынды, көмөштө, баҡырҙы, тимерҙе, аҡ һәм ҡара ҡурғашты –


Баш ҡаһиндар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.


Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды.


Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ