10 Раббы һандығы менән бер тапҡыр ҡаланы уратып сыҡтылар. Шунан һуң бөтә халыҡ тупламға ҡайтты һәм шунда ҡунды.
Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.
Ул ҡысҡырмаҫ, тауышын күтәрмәҫ, Урамдарҙа өнө-тыны ишетелмәҫ.
Ул бәхәсләшмәҫ, ҡысҡырмаҫ, урамдарҙа Уның тауышын һис кем ишетмәҫ.
Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ.
Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. –
Иртәгәһенә Йушағ бик иртә торҙо, ҡаһиндар йәнә Раббы һандығын күтәреп алды.
Йушағ халыҡты: – Мин әйтмәйенсә, һеҙ оран ҡысҡырмағыҙ, тауышығыҙҙы сығармағыҙ. Ауыҙығыҙҙан бер ауыҙ һүҙ сыҡмаһын. Бер көн килер, мин һеҙгә һөрәнләргә үҙем бойорормон – шунда инде ҡысҡырырһығыҙ, – тип алдан киҫәтеп ҡуйғайны.