1 Раббы Йушағҡа былай тине: – Ҡара, Йерихоны, уның батшаһын һәм ҡеүәтле яугирҙәрен һинең ҡулыңа тапшырам.
Был хәбәр Дауытҡа килеп еткәс, ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрҙе, сөнки улар бик ныҡ мыҫҡыл ителгәйне. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡушты.
Әммә бер йылды Һошеяғ Мысыр фирғәүене Соға ярҙам һорап илселәр ебәрҙе һәм Ашшурға һәр йыл түләргә кәрәк булған яһаҡты түләүҙән туҡтаны. Ашшур батшаһы, Һошеяғтың хыянаты тураһында белгәс, уны ҡулға алып, зинданға ултыртты.
Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Йерихоға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Йерихоға киттеләр.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!
Яноахтан Ғатароҫҡа һәм Нағараға төшә, Йерихоға яҡынлай һәм Иордан йылғаһына барып етә.
Түбәндәге ҡалалар нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына ҡарай: Йерихо, Бейт-Хогла, Ғемәҡ-Ҡесис,
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.
– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.
Батша кешеләре Иордан йылғаһына табан йүнәлде һәм кисеүгә тиклем ҡыуа барҙы. Улар ҡаланан сығыу менән, ҡала ҡапҡалары бикләнде.
– Аяҡ кейемеңде сис, – тине уға Раббы ғәскәре башлығы. – Һин баҫып торған урын мөҡәддәс. Йушағ, үҙенә нисек ҡушылған, шулай эшләне.
Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ.