Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 5:9 - Изге Яҙма

9 Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал тип атала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 5:9
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Беҙ улай итә алмайбыҙ, – тине улар. – Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү беҙҙең өсөн хурлыҡ.


Батша, ҡайтыр юлға сығып, Иордан йылғаһына килеп етте. Батшаны ҡаршыларға, уны Иордан йылғаһы аша сығарырға тип, йәһүҙиҙәрҙең барыһы ла Гилгалға килде.


Бейт-Гилгалдан, Гевағ һәм Ғазмауыҫ яҡтарынан йырсылар йыйылды, сөнки йырсылар ауылдарын Йәрүсәлим тирәләй төҙөгәйне.


– Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – тәне генә сөннәтләнгәндәрҙе язалаясаҡмын.


Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.


Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.


Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк».


Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».


«Мин Моавтың әйткән әр һүҙҙәрен, Ғаммондарҙың хурлауын ишеттем. Улар Минең халҡымды мәсхәрәләне, Уның ерҙәрендә һауаланып танау сөйҙө.


– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.


Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо.


Бөтә сөннәтләнгән ир-егеттәр һауыҡҡанға тиклем тупламда ҡалды.


Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.


Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ