Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 5:13 - Изге Яҙма

13 Бер көндө Йушағ Йерихо ҡалаһы эргәһендә үҙ алдында ҡулына ҡынынан сығарылған ҡылыс тотҡан кешене күрҙе. – Беҙҙекеме һин, әллә дошманмы? – тип һораны Йушағ уның эргәһенә барып.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 5:13
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мамре имәнлеге янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


Яҡуп йоҡоһонан уянды ла: – Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә, – тине. Шунан ул шомланып:


Яҡуп ҡарағайны, күреп ҡалды: ҡаршыһына ағаһы Ғаяз һәм уның менән тағы дүрт йөҙләп кеше килә. Яҡуп Лиәнең, Рәхиләнең, тағы ике йәриәһенең балаларына әсәләре менән бергә торорға ҡушты.


Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз: – Кемдәрең был һинең? – тип һораны. – Былар миңә, һинең ҡолоңа, Алла мәрхәмәте менән бирелгән балалар, – тип яуап ҡайтарҙы Яҡуп.


Шулай итеп, Дауытҡа ярҙамға көн-төн кеше ағыла, шунлыҡтан уның ғәскәре Алла ғәскәре кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙға әүерелә.


Шунан Раббы Үҙенең фәрештәһенә бойора һәм тегеһе ҡылысын кире ҡынына тыға.


Аллаға мөрәжәғәт итер өсөн Дауыт ул ергә бара алмай, сөнки Раббы фәрештәһенең ҡылысынан ҡурҡа.


Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен.


Ҡарағайным – күрәм: етен кейем кейгән, билен Уфаз алтынынан яһалған билбау менән быуған бер зат тора.


Ҡараһам, яр башында бер һарыҡ тәкәһе тора, уның ике ҙур мөгөҙө бар. Һуңыраҡ үҫеп сыҡҡан мөгөҙө беренсеһенән ҡалҡыуыраҡ.


– Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.


Ишәк юлда ҡылыс тотоп торған Раббы фәрештәһен күргәс, боролоп баҫыуға инеп китте. Билғам, уны юлға сығармаҡ булып, һуҡҡыслай башланы.


Раббы Билғамдың күҙен асты, ул юлда ҡылыс тотҡан Раббы фәрештәһенең баҫып торғанын күрҙе. Билғам тубыҡланып йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текләп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡ кейемле ике ир заты пәйҙә булды.


Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ.


Шәмдәлдәр араһында оҙон кейем кейгән һәм күкрәгенә тиклем алтын билбау быуған әҙәм улына оҡшаған Берәүҙе күреп ҡалдым.


Маноах урынынан торҙо ла ҡатынына эйәрҙе. Ул кеше янына барып: – Теге ваҡытта бынау ҡатын менән һин һөйләшкән инеңме? – тип һораны. Теге: – Эйе, мин, – тип яуапланы.


Маноах ҡатынына: – Әжәлебеҙ еткәндер инде – Алланы күрҙек бит, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ