Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 4:24 - Изге Яҙма

24 Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 4:24
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин Үҙең ата-бабаларыбыҙға биргән ошо тупраҡта ғүмерҙәренең ахырынаса улар Һинән ҡурҡып һәм хөрмәт итеп йәшәһен.


Шул саҡта донъялағы барса ҡәүемдәр белер: бары тик Раббы ғына Алла һәм Унан башҡа алла юҡ.


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.


Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.


Байлыҡ та, дан да Һинән килә, Һин бар нәмә өҫтөнән хакимлыҡ итәһең, Һинең ҡулыңда – ҡөҙрәт үә ҡеүәт, Кемде теләйһең, шуны бөйөк һәм мөһабәт итеү – Һинең ихтыярыңда.


Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.


Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!


Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы! Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә? Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа.


Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ.


Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.


Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы, Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.


– Ҡурҡмағыҙ, – тине Муса, – Алла һеҙҙе һынар өсөн, һеҙ Уны хөрмәт итеп гонаһ ҡылмаһын өсөн килде.


Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.


Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор.


Ғүмерегеҙ оҙон булһын өсөн үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла Аллағыҙ Раббынан ҡурҡығыҙ, һеҙгә минең аша еткерелгән барлыҡ ҡағиҙә һәм бойороҡтарын ғүмерегеҙ буйы үтәгеҙ.


Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ