23 Аллағыҙ Раббы, һеҙ йылғаны аша сыға алһын өсөн, алдығыҙҙа Иордандың һыуҙарын ҡоротто. Ул шулай уҡ беҙ Ҡамышлы диңгеҙен аша сыҡһын өсөн, уның төбөн дә ҡоро ер иткәйне.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.
Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.
Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.
Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы. Төнө буйы Раббы, көслө көнсығыш еле иҫтереп, диңгеҙ һыуҙарын ҡыуып айырҙы – диңгеҙ төбөндә ҡоро ер күренде.
Фирғәүен аттары, яу арбалары һәм һыбайлылары менән диңгеҙгә инеүе булды, Раббы диңгеҙ һыуҙарын уларҙың өҫтөнә ишеп төшөрҙө. Исраил халҡы иһә диңгеҙ уртаһындағы ҡоро ерҙән атлап сыҡты.
Раббы диңгеҙҙә – юл, Ташҡын һыуҙар аша һуҡмаҡ һалды, Яу арбалары, аттары менән Ҡаһарман яугирҙәр ғәскәрен юлға сығарҙы – Улар йығылды ла тора алманы, Баҫылған шәм филтәһеләй һүндерелде. Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы былай ти: