Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 4:14 - Изге Яҙма

14 Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 4:14
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр.


Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.


Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.


Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.


Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.


Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;


Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп яза бирә.


Бөтәһе лә шул болотҡа һәм диңгеҙгә һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр,


Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар.


Ҡырҡ меңгә яҡын яугир, һуғышҡа әҙер булып, Раббы алдынан Йерихо тигеҙлегенә ҡарай атланы.


Раббы Йушағҡа былай тине:


Шемуил Раббыға мөрәжәғәт итте һәм Раббы ул көндө күк күкрәтеп ямғыр яуҙырҙы. Бөтә халыҡ Раббынан да, Шемуилдан да бик ҡурҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ