13 Ҡырҡ меңгә яҡын яугир, һуғышҡа әҙер булып, Раббы алдынан Йерихо тигеҙлегенә ҡарай атланы.
Халдейҙар ғәскәре батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө.
Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.
Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.
Халдейҙар ғәскәре Сидкияһ батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө.
Үҙебеҙ иһә ҡоралланырбыҙ ҙа исраилдарҙы тәғәйен ерҙәренә еткергәнсе алдарынан барырбыҙ, ә балаларыбыҙ, был ерҙәге сит халыҡтарҙан хәүеф-хәтәр күрмәһен өсөн, нығытылған ҡалаларҙа ҡалыр.
Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алла биргән хәрби кейемдәргә кейенегеҙ.
Шул саҡта мин, әмер итеп, ул ырыуҙарға былай тинем: «Аллағыҙ Раббы был ерҙәрҙе һеҙгә биләмәгә бирҙе. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрегеҙ ҡорал алып, үҙ туғандарығыҙ, исраилдар алдынан йылға аша сығығыҙ.
Муса ҡушҡанса, Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, шулай уҡ Менашше ырыуының яртыһы хәрби саф булып Исраил халҡының тәүге рәтендә барҙы.
Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды.
Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.