11 Бөтәһе лә сығып бөткәс, Раббының һандығы менән ҡаһиндар сыҡты һәм яңынан халыҡ алдынан атланы.
Әммә һеҙ ашыҡмай ғына сығырһығыҙ, Ҡасып-боҫоп китмәҫһегеҙ; Сөнки Раббы алдығыҙҙан барыр. Исраил Аллаһы артығыҙҙан да һаҡлап килер.
Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым.
Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар, тотош Исраил халҡы ҡоро ерҙән аръяҡҡа сығып бөткәнсе, ҡороған йылғаның уртаһында баҫып торҙо.
Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға Иордан һыуына аяҡ баҫыу менән туҡтарға ҡуш, – тине.
Муса Йушағҡа ҡушып ҡалдырғанса, Йушағ аша Раббы халыҡҡа бойорғандың бөтәһе лә бойомға ашҡанға тиклем, һандыҡты күтәргән ҡаһиндар Иордан йылғаһының уртаһында торҙо. Халыҡ йәһәт кенә аръяҡҡа сыҡты.
Муса ҡушҡанса, Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, шулай уҡ Менашше ырыуының яртыһы хәрби саф булып Исраил халҡының тәүге рәтендә барҙы.
Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар Иордандан сығып, уларҙың табаны ҡоро ергә тейеү менән, Иордан һыуҙары үҙ урынына ҡайтты һәм әүәлгесә ярҙарынан сығып аға башланы.