10 Муса Йушағҡа ҡушып ҡалдырғанса, Йушағ аша Раббы халыҡҡа бойорғандың бөтәһе лә бойомға ашҡанға тиклем, һандыҡты күтәргән ҡаһиндар Иордан йылғаһының уртаһында торҙо. Халыҡ йәһәт кенә аръяҡҡа сыҡты.
Уларға Мысырҙан алып сыҡҡан ҡамырҙан сөсө икмәк генә бешерергә тура килде, сөнки ҡамыр әсеткеһеҙ ине. Улар бит илдән ҡыуылып сыҡты, ҡабаланып, юлда ашарға ризыҡ әҙерләп тә өлгөрмәне.
Иртәгәһе көн менән маҡтанма, һин уның нимә килтеререн белмәйһең.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.
Сөнки Алла: «Ҡулай ваҡытта һине ишеттем, ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем», – ти. Бына хәҙер – яҡшы ваҡыт, ҡотҡарыу көнө.
Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.
Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым.
Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.
Бөтәһе лә сығып бөткәс, Раббының һандығы менән ҡаһиндар сыҡты һәм яңынан халыҡ алдынан атланы.
Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора.