5 Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ.
Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.
Сүлдә ҡая ярып һыу сығарҙы; Төпһөҙ даръяларҙан һуғарғандай, Уларға туйғансы һыу эсерҙе.
Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.
Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.
Үҙегеҙҙе Миңә бағышлағыҙ, изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.
Халыҡ, тегендә-бында йөрөп, уны йыя, ҡул тирмәнендә тарта йәки килелә төйә лә ҡаҙанда бешерә, йә көлсә яһай. Уның тәме зәйтүн майында бешерелгән көлсәнекенә тартым ине.
Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.
Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.
Ураҡ өҫтө ине. Иордан йылғаһы ярҙарынан сығып ташҡан. Ләкин һандыҡты күтәреп килгән ҡаһиндар, Иорданға килеп етеп, аяҡтарын һыуға тейҙереү менән,
Ошо рәүешле һеҙ ҡайҙа барырға икәнен аңларһығыҙ – сөнки был юлдан бығаса йөрөгәнегеҙ булманы. Ләкин һеҙҙең менән Килешеү һандығы араһында ике мең терһәк ара ҡалырға тейеш, шунан яҡын килмәгеҙ.
Йушағ ҡаһиндарға: – Килешеү һандығын алығыҙ ҙа халыҡтың алдынан алға атлағыҙ, – тип бойорҙо. Улар Килешеү һандығын күтәрҙеләр ҙә халыҡтың алдынан атланылар.
Бар, халыҡты изгеләндер. Уларға әйт: «Иртәгәһе көнгә һеҙ изгеләнергә тейешһегеҙ, сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: „Эй исраилдар, һеҙҙә юҡ ителергә тейешле әйберҙәр бар. Уларҙан арынмайынса, һеҙ дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ“.
– Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы.