14 Халыҡ үҙ сатырҙарын йыйып, Иорданды аша сығыр өсөн юлға сыҡҡанда, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар алдан атланы.
Һеҙ был ерҙә бик ишәйеп, үрсеп киткән көндәрҙә, – тип белдерә Раббы, – ул көндәрҙә Раббының Килешеү һандығы тураһында бер кем дә һөйләмәҫ. Улар Һандыҡ тураһында уйламаҫ, уны иҫкә лә алмаҫ, һағынмаҫ һәм яңыһын яһамаҫ.
– Был ҡанун китабын алығыҙ ҙа уны Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы янына һалығыҙ. Ул унда һеҙгә ҡаршы шаһит булып ятыр.
Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.
Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым.
һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ.
Йушағ ҡаһиндарға: – Килешеү һандығын алығыҙ ҙа халыҡтың алдынан алға атлағыҙ, – тип бойорҙо. Улар Килешеү һандығын күтәрҙеләр ҙә халыҡтың алдынан атланылар.
Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.