12 Ә һеҙ үҙегеҙгә Исраил ырыуҙарынан ун ике кеше – һәр ырыуҙан берәр кеше – һайлап алығыҙ.
Раббы Мусаға былай тине:
Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.
– Ун ике кеше, һәр ырыуҙан берәр кеше, һайлап алығыҙ.
Йушағ Исраил ырыуҙары араһынан, һәр ырыуҙан берәр кеше иҫәбенән, һайланған ун ике кешене саҡырып алды ла
Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора.