9 Моав батшаһы Сиппор улы Балаҡ Исраилға ҡаршы һуғыш асты һәм Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡәһәрләргә саҡырҙы.
Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».
Сиппор улы Балаҡ исраилдарҙың әмөриҙәргә ни ҡылғанын күргәйне.
Унан: „Ерең аша үтеп китергә рөхсәт итһәң ине“, – тип Эдом батшаһына илселәр ебәрҙеләр. Ләкин Эдом батшаһы рөхсәт бирмәне. Исраилдар Моав батшаһына ла илселәр ебәреп ҡаранылар, ләкин, уныһы ла риза булмағанға күрә, Ҡадешта ҡалдылар.
Сиппор улы Балаҡтан, Моав иленең батшаһынан, ни ерең өҫтөн һинең? Ул ана Исраил менән дошманлашманы ла, һуғышманы ла.