4 Ә Исхаҡҡа Яҡуп менән Ғаязды бирҙем. Ғаязға Мин биләмә итеп Сеғир тауҙарын бирҙем. Ә Яҡуп менән уның балалары Мысырға китте.
Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп,
Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.
Бына ул Сеғир тауҙары янында йәшәгән Эдом халҡының тәүатаһы Ғаяздың нәҫел шәжәрәһе.
Шул арҡала Раббы уларҙы юҡ итмәк булды, Әммә Муса – Алла һайлаған зат, Уның ҡаршыһына баҫып, Һәләкәтле ярһыуынан алып ҡалды.
Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.
Яҡуп Мысырға күсеп барған. Ул да, ата-бабаларыбыҙ ҙа шунда вафат булған.