32 Исраилдар Йософтоң Мысырҙан алып сыҡҡан һөйәктәрен Шәхәмдә, Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан Яҡуп йөҙ ҡыситаға һатып алған һәм Йософ нәҫелдәренең биләмәһенә әүерелгән урында, дәфен ҡылдылар.
Ул сатырын ҡорған ер биләмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды.
Ә мин һиңә таулы ерҙе өҫтәп бирәм: һин ағай-энеләреңдән юғарыраҡ буласаҡһың. Мин уны әмөриҙәрҙән ҡылыс һәм уҡ менән яулап алғайным.
Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.
Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.
Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне.
Ул Самарияның Сүхәр тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡуптың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине.
Яҡуп Мысырға күсеп барған. Ул да, ата-бабаларыбыҙ ҙа шунда вафат булған.
Үлгәс, уларҙы Шәхәм ҡалаһына алып килгәндәр һәм ҡасандыр Ибраһим унда йәшәгән Хамор улдарынан көмөш түләп һатып алған ҡәбергә һалғандар.
Иман аша Йософ ғүмеренең һуңғы көндәрендә Исраил халҡының Мысырҙан сығасағы тураһында һөйләне һәм үҙ һөйәктәрен нимә эшләтергә икәнлеген әйтте.