31 Йушағ дәүерендә һәм Йушағтан һуң йәшәгән, Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күреп белгән аҡһаҡалдар иҫән саҡта, халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итте.
Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты.
Йеһоядағ ҡаһин иҫән саҡта, Йоаш Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.
Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай.
Мин киткәндән һуң арағыҙға аяуһыҙ бүреләр киләсәген беләм, улар көтөүҙе йәлләп тормаясаҡ.
Бөгөн шуны аңлағыҙ: Аллағыҙ Раббының һабаҡтарын улдарығыҙ түгел, ә һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ һәм башығыҙҙан кисерҙегеҙ. Һеҙ Уның бөйөклөгөн, ҡөҙрәтен һәм һуҙылған ҡулын,
Раббының ҡылған был бөйөк эштәрен һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ.
Әле уны белмәгән балаларығыҙ ҙа тыңлаһын, һеҙ әле биләргә барған Иордан аръяғындағы ерҙә йәшәгәндә һәр саҡ Аллағыҙ Раббынан ҡурҡырға өйрәнһен.
Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.
Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.
Был быуындан булғандар үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, уларға алмашҡа Раббыны һәм Уның Исраил өсөн ҡылған эштәрен белмәгән быуын килде.
Йушағ халыҡҡа китергә рөхсәт иткәс, исраилдарҙың һәр береһе үҙ өлөшөнә төшкән ерҙәргә таралды. Был ерҙәр уларҙың биләмәһенә әйләнде.
Йушағ үҙе һәм унан һуң йәшәгән аҡһаҡалдар Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күргән дәүерҙәрҙә халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итә ине.