28 Шунан Йушағ халыҡты ҡайтарып ебәрҙе, һәм барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты.
Исраилдың ҡалған халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында ла һәр береһе үҙ биләмәһендә йәшәне.
Биләмә ерҙәре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен, һәр бер Исраил ырыуы үҙ ерҙәренә бәйле булһын».
Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте.
һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ.
Күпмелер ваҡыттан һуң Раббы ҡоло Йушағ Нун улы вафат булды. Уға йөҙ ҙә ун йәш ине.
Йушағ халыҡҡа китергә рөхсәт иткәс, исраилдарҙың һәр береһе үҙ өлөшөнә төшкән ерҙәргә таралды. Был ерҙәр уларҙың биләмәһенә әйләнде.