23 – Шулай булғас, үҙегеҙҙәге бөтә сит илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙе Исраил Аллаһы Раббыға йүнәлтегеҙ, – тине Йушағ.
Аллабыҙ Раббы ата-бабаларыбыҙҙы ҡурсалаған кеүек беҙҙең менән дә бергә булһын, беҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын, беҙҙән айырылмаһын.
Уның юлынан йөрөгәнебеҙ, ата-бабаларыбыҙға биргән бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын теүәл үтәгәнебеҙ өсөн Раббы күңелебеҙҙе Үҙенә йәлеп итһен.
Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ.
Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ.
аҡылға ҡолағыңды асып, йөрәгеңде төшөнмәккә йүнәлтһәң,
Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.
– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.