18 Ул бөтә был халыҡтарҙы – һәм ошо ерҙә йәшәгән әмөриҙәрҙе беҙҙең алдыбыҙҙан ҡыуып ебәрҙе. Беҙ ҙә Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Ул – беҙҙең Аллабыҙ.
һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.
Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!
Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.
Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».
Ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар сатырҙы Йушағ етәкселегендә, халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барып ҡуйған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған.
Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң.
Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла, Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине. Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр, Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр.
Раббы ҙур һәм ҡеүәтле халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып сығарҙы. Бөгөнгәсә бер кем һеҙгә ҡаршы тора алмай.
Аллабыҙ Раббы беҙҙең халыҡты, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр ҡоллоғонан алып сыҡҡан. Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа бөйөк хикмәттәр ҡылды. Ул юлда беҙҙе һаҡлап йөрөттө, Ул беҙҙе, ерҙәренән үткән саҡта, күп халыҡтарҙан араланы.
Йушағ халыҡҡа былай тине: – Һеҙ Раббыға хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Ул – изге Алла. Ул – көнсөл Алла. Ул һеҙҙең тайпылғанығыҙҙы һәм гонаһтарығыҙҙы түҙеп тормаясаҡ.