16 Халыҡ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Беҙҙең, Раббыны ҡалдырып, бүтән илаһтарға табынаһыбыҙ юҡ.
Әлбиттә, юҡ. Юҡһа Алла донъяны нисек хөкөм итә алыр ине?
Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан гонаһ эсендә йәшәрбеҙ?
Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ».
Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.
Аллабыҙ Раббы беҙҙең халыҡты, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр ҡоллоғонан алып сыҡҡан. Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа бөйөк хикмәттәр ҡылды. Ул юлда беҙҙе һаҡлап йөрөттө, Ул беҙҙе, ерҙәренән үткән саҡта, күп халыҡтарҙан араланы.
Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.