12 Ике әмөри батшаһын һеҙҙең ҡылыстарығыҙ түгел, һеҙҙең уҡтарығыҙ түгел, ә һеҙҙең алдан Мин ебәргән траштар алып ташланы.
Исраил нәҫелен Мысырҙан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Арағыҙҙа ят илаһ булмаһын, Сит ерҙәрҙең илаһына табынма!
Тыңла, халҡым, Мин киҫәтәм һине! Эй Исраил, һин Мине тыңлаһаң ине!
Һинең алдан траштар ебәрермен, ул хиууиҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе һәм хиттиҙәрҙе ҡасырға мәжбүр итер.
Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.
Шулай итеп, исраилдар әмөриҙәр ерендә төпләнде.
Муса Яғзер ҡалаһын ҡарап ҡайтырға тип кешеләрен ебәрҙе. Шунан исраилдар был ҡала менән тирә-яғындағы ауылдарҙы баҫып алдылар, унда йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыуҙылар.
Раббы әмөриҙәрҙең батшалары Сихон менән Ғоғты һәм уларҙың ерҙәрен нисек юҡ иткән булһа, был ҡәүемдәр менән дә шулай эшләр.
Уның һәм Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрен, Иордан йылғаһының көнсығышында йәшәгән ике әмөри батшаһының ерҙәрен үҙҙәренә биләмә итеп алдылар.
Быларҙан тыш, иҫән ҡалған һәм һеҙҙән йәшеренгәндәре үлеп бөтһөн өсөн, Аллаң Раббы улар араһына траштар ебәрер.
Һеҙ Мысырҙан киткән саҡта, Раббы һеҙҙең юлығыҙҙа Ҡамышлы диңгеҙҙе ҡоро ергә әйләндергәнен ишеттек. Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһын – Сихон менән Ғоғты харам ҡылып юҡ иткәнегеҙҙе лә беләбеҙ.