Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 24:11 - Изге Яҙма

11 Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 24:11
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте, Уларҙың хәсрәтен күрҙе.


Мине әжәлдең бауҙары сырмап алды, Үлеләр донъяһының ғазаптары башыма төштө, Бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарыным!


Раббы мәрхәмәтле, ғәҙел, Аллабыҙ беҙҙең рәхимле.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен.


Һинең алдан траштар ебәрермен, ул хиууиҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе һәм хиттиҙәрҙе ҡасырға мәжбүр итер.


Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.


Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән.


Ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар сатырҙы Йушағ етәкселегендә, халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барып ҡуйған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған.


Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙе, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


Бөтә халыҡ Иордан йылғаһы аша сығып бөткәс, Раббы Йушағҡа былай тине:


Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо.


Аллағыҙ Раббы, һеҙ йылғаны аша сыға алһын өсөн, алдығыҙҙа Иордандың һыуҙарын ҡоротто. Ул шулай уҡ беҙ Ҡамышлы диңгеҙен аша сыҡһын өсөн, уның төбөн дә ҡоро ер иткәйне.


Йушағҡа һәм Исраилға ҡаршы бергәләп һуғышырға һүҙ ҡуйышты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ