Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 23:7 - Изге Яҙма

7 Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 23:7
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының: «Былай эшләмәгеҙ!» – тип бойороуына ҡарамайынса, боттарға табындылар.


Тик Раббы миңә бер генә нәмәне ғәфү итә күрһен: батшам илаһ Риммондың ҡорамына табынырға барған ваҡытта миңә таянған саҡта, уның менән бергә ергә йөҙтүбән ҡапланғаным өсөн Раббы мин ҡолоңдо ярлыҡаһын.


Әгәр ҙә һеҙ Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙән тайпылып, баш тартһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,


Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла, Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.


Яуыздарҙың һуҡмағына аяҡ баҫма, ямандарҙың юлы менән китмә.


Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


«Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды.


Мин дә Бәғелдәрҙең исемдәрен Ауыҙыңдан алып ташлармын. Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Нево һәм Бәғел-Меғон ҡалаларын – быларға икенсе исем ҡушылды – һәм Сивманы ҡабаттан төҙөнө, үҙҙәре торғоҙған ҡалаларға яңы исемдәр бирҙе.


Әгәр Ҡәнғәндә йәшәгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәһәгеҙ, тороп ҡалғандар күҙегеҙгә дегәнәк булып төшәсәк, ҡабырғағыҙға энә булып ҡаҙаласаҡ, һеҙ йәшәгән ерҙә һеҙҙе ҡыҫырыҡлаясаҡ.


Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».


Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.


Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.


Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ.


Әгәр ҙә һеҙ, тайпылып, был илдә һаман да тороп ҡала килгән халыҡтарға ҡушылһағыҙ, улар менән туғанлашһағыҙ һәм улар менән ҡатнашһағыҙ,


Бөгөнгә тиклем Аллағыҙ Раббыға тоғро булдығыҙ, бынан һуң да Уға тоғро булып ҡалығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ