Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 23:6 - Изге Яҙма

6 Ләкин һеҙ Мусаның ҡанун китабында яҙылғандың бөтәһен дә теүәл һаҡларға һәм үтәргә, был ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫҡа тейешһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 23:6
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.


Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар.


«Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –


Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.


Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.


Шулай эшләһә, ул үҙен ырыуҙаштарынан өҫтөн һанамаҫ, был бойороҡтарҙан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫ, шул ваҡытта үҙе һәм улдары Исраилда оҙаҡ йылдар батшалыҡ итер.


Бөгөн һеҙгә белдергән бойороҡтарҙан ситкә тайпылмағыҙ, уңға ла, һулға ла боролмағыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәреп, уларға хеҙмәт итмәгеҙ.


Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.


Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ