3 Аллағыҙ Раббының һеҙҙең хаҡҡа барлыҡ был ҡәүемдәр менән ни эшләгәнен күрҙегеҙ. Һеҙҙең өсөн Аллағыҙ Раббы Үҙе һуғышты!
Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
«Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.
Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.
Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ быны, «Раббы Исраилдан ситтә лә бөйөк!» – тиерһегеҙ.
Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла,
Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».
Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.
Бәлки, күңелеңдән генә: «Был халыҡтар беҙҙән күпкә артығыраҡ, нисек уларҙы ҡыуып ебәрәйек?» – тип уйлайһыңдыр.
Батшаларын да ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ был күк аҫтында уларҙың исемен юйып ташларһығыҙ. Берәү ҙә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ, уларҙы тамырынан ҡороторһоғоҙ.
Быға тиклем дә, бынан һуң да Раббының шул ҡәҙәрле кешенең һүҙен һүҙ иткән көн булманы – Раббы Үҙе исраилдар яғында һуғышты.
Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.
Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша.