Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 23:15 - Изге Яҙма

15 Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән барлыҡ игелекле вәғәҙәләр ни рәүешле үтәлгән булһа, Раббы Үҙенең бөтә янауҙарын да шул рәүешле үтәйәсәк – шул саҡта һеҙ Аллағыҙ Раббы һеҙгә бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ ителәсәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 23:15
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Исраилды язаға тарттырыр һәм Исраил халҡы һыуҙа ҡалтыранған ҡамыш кеүек булыр. Раббы уларҙы аталарына биргән был уңдырышлы тупраҡтан йолҡоп алып, Евфрат йылғаһының аръяғына таратыр, сөнки улар Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйып, Раббыны асыуландырҙылар.


– Әйткән һүҙен тотоп, халҡы Исраилға именлек биргән Раббы мөбәрәк булһын! Ҡоло Муса аша биргән вәғәҙәләренең береһе лә бушҡа сыҡманы.


Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.


Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың.


Раббы былай ти: – Был халыҡтың башына әлеге бөйөк һәләкәтте нисек килтергән булһам, уларға вәғәҙә иткән барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ла шулай уҡ бирермен.


Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».


Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ,


Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә.


Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.


Исраил халҡы яңынан Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, шуға күрә Раббы Моав батшаһы Ғәғлонға исраилдарҙы еңергә ҡеүәт бирҙе.


Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды.


Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ