Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 23:13 - Изге Яҙма

13 белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 23:13
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.


Раббы исраилдарға ныҡ ярһыны, уларҙан ваз кисеп, хозурынан ҡыуҙы – бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.


Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.


Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.


Бынан һуң халыҡтың олоһо ла, кесеһе лә, шулай уҡ хәрби түрәләр ҙә Мысырға ҡасты, сөнки халдейҙарҙан ҡурҡты.


Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?


Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.


Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!


Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.


– Бынан ары Исраил халҡының осло сәнскәк, энәле күгән һымаҡ яралаусы, уға ерәнеп ҡараусы күршеләре булмаясаҡ. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде беләсәктәр.


Әгәр Ҡәнғәндә йәшәгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәһәгеҙ, тороп ҡалғандар күҙегеҙгә дегәнәк булып төшәсәк, ҡабырғағыҙға энә булып ҡаҙаласаҡ, һеҙ йәшәгән ерҙә һеҙҙе ҡыҫырыҡлаясаҡ.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».


мин һеҙҙе бөгөн киҫәтеп әйтәм, мотлаҡ һәләк булырһығыҙ, Иордан йылғаһы аша сығып биләр өсөн барған ерегеҙҙә оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ.


бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.


инде Мин Йушағтың вафатынан һуң бында ҡалған ҡәүемдәрҙең береһен дә ҡыумайым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ