12 Әгәр ҙә һеҙ, тайпылып, был илдә һаман да тороп ҡала килгән халыҡтарға ҡушылһағыҙ, улар менән туғанлашһағыҙ һәм улар менән ҡатнашһағыҙ,
Бына шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм улар бер тән булыр.
Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте,
Раббы исраилдарға был ҡәүемдәр тураһында: «Уларҙан ҡыҙ алмағыҙ һәм уларға ҡыҙ бирмәгеҙ, юғиһә улар, күңелегеҙҙе аҙҙырып, үҙ илаһтары артынан эйәртер», – тигәйне. Сөләймән бына шулар менән бәйләнде.
Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.
Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;
Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.
Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.
Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер.
Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.
Шул ваҡыттан башлап Ғайсаның күп шәкерттәре Уны ташлап китте, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.
Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.
Сөнки арағыҙҙа булған Аллаң Раббы – көнсөл Алла. Асыуы ялҡынланһа, һеҙҙе ер йөҙөнән юҡ итер.
Улар менән туғанлашмағыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, улдарығыҙҙы уларҙың ҡыҙҙарына өйләндермәгеҙ.
Юғиһә улар улдарығыҙҙы Раббынан биҙҙерер һәм балаларығыҙ башҡа илаһтарға хеҙмәт итә башлар. Бына шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул һеҙҙе юҡ итер.
Ләкин ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ.
Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашын күрә алмай, ул әле лә ҡараңғылыҡта.
Атаһы менән әсәһе уға: – Ырыуҙаштарың, үҙебеҙҙең халыҡ араһында һиңә ҡыҙҙар юҡмы ни? Ниңә сөннәтһеҙ пелештиҙәр араһынан кәләш алырға итәһең? – тине. Әммә Шимшон атаһына: – Миңә шул ҡыҙҙы алып бир, мин уны оҡшаттым! – тине.
уларҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алды һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарын уларҙың улдарына бирҙе, илаһтарына табына башланы.