30 Пинхас ҡаһин һәм уны оҙата барған йәмғиәт башлыҡтары – Исраил нәҫелдәре башлыҡтары, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙары ауыҙынан бындай яуапты ишеткәс, уларҙы хупланы.
Шунда Ғаяз ҡәнғәни килендәрҙең атаһына оҡшамауын аңланы.
Батша ла, халыҡ та тап шулай эшләүҙе дөрөҫ тип таба.
Был һүҙҙәр батшаның да, вәзир-бәктәрҙең дә күңеленә хуш килде. Батша, Мемухандың кәңәшен тотоп,
Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.
Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды. Шунан Алланы данлап: – Тимәк, йәшәүгә алып барған тәүбә юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тинеләр.
Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ».
Әлғазар улы Пинхас ҡаһин Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙарына: – Хәҙер беҙ Раббының һаман да арабыҙҙа икәнен күрәбеҙ. Раббыға хыянат итмәгәс, һеҙ Исраилды Раббы асыуынан араланығыҙ, – тине.
Исраилдар быға шатланды. Улар Аллаға шөкөр итте һәм Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына ҡаршы һуғышыу, уларҙың илдәрен тар-мар итеү фекеренән кире ҡайтты.
Мидйән башлыҡтары Ғорев менән Зеевты Алла һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, һеҙҙең менән сағыштырғанда, мин ул тиклем нимә эшләй алдым? Гидғон шулай тигәндән һуң, уларҙың асыуы баҫылды.
Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы.