Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 22:29 - Изге Яҙма

29 Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 22:29
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Юҡ, – тине Йософ, – мин улай эшләмәйем! Туҫтаҡ кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.


Ағай-эне быға яуап итеп: – Ниңә улай тиһең, хакимым? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек.


Әммә Навоҫ: – Алла һаҡлаһын! Нисек мин аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирәйем? – тип яуап ҡайтарҙы.


Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?»


Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылырға һәм хуш еҫ төтәтергә ҡушты түгелме?


Әлбиттә, юҡ. Юҡһа Алла донъяны нисек хөкөм итә алыр ине?


Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан гонаһ эсендә йәшәрбеҙ?


Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Әгәр ҙә беҙ, Раббынан баш тартып, тотош яндырыу ҡорбаны ҡылыр, саҙаҡалар һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерер өсөн ҡорбан усағы төҙөгән булһаҡ, Раббы беҙгә язаһын бирһен.


Бына шуның өсөн дә беҙ ошо ҡорбан усағын төҙөргә булдыҡ – ләкин тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм башҡа ҡорбандар өсөн түгел.


Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ.


Пинхас ҡаһин һәм уны оҙата барған йәмғиәт башлыҡтары – Исраил нәҫелдәре башлыҡтары, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙары ауыҙынан бындай яуапты ишеткәс, уларҙы хупланы.


Халыҡ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Беҙҙең, Раббыны ҡалдырып, бүтән илаһтарға табынаһыбыҙ юҡ.


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ