Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 22:28 - Изге Яҙма

28 Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 22:28
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар.


Ахаз батша Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр менән осрашырға Дамаскка барғанында ундағы ҡорбан усағын күрҙе. Был усаҡтың һәр бер үҙенсәлеген сағылдырған өлгө эшләтеп Урияһ ҡаһинға ебәрҙе.


Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.


Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.


Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.


Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ.


Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ».


һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ