Йушағ 22:24 - Изге Яҙма24-25 Юҡ, беҙ уны башҡа сәбәптән төҙөнөк. Беҙ киләсәктә һеҙҙең балаларығыҙ беҙҙең балаларға: «Эй Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, һеҙҙең Исраил Аллаһы Раббыла ни эшегеҙ бар? Раббы Иорданды һеҙҙең менән беҙҙең арала сик итте. Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтер, тип ҡурҡабыҙ. Һеҙҙең балаларығыҙ шулай итеп беҙҙең балаларыбыҙҙы Раббынан ҡурҡыуҙан туҡтатып ҡуйыуы бар. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |