20 Зерах улы Ғахан гонаһ ҡылып, юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙе алғас, Алла асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төштө. Уның гонаһы арҡаһында ул бер үҙе генә харап булманы бит!»
Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә.
Үҙең кеүек үк кешегә – яманлығың; Тәҡүәлегең дә – әҙәм балаларына.
Муса Һарунға һәм уның ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Сәстәрегеҙҙе туҙҙырмағыҙ, кейемегеҙҙе йыртҡыламағыҙ, – тине. – Юҡһа үлерһегеҙ һәм Раббы бөтә йәмғиәткә асыуланыр. Әммә ҡәрҙәштәрегеҙ, бөтә Исраил халҡы, Раббы тарафынан яндырылғандар өсөн йәш түкһен.
Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ.
Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Исраил нәҫелдәре башлыҡтарына былай тип яуап бирҙе:
Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды.
Уның ғаиләһенән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуынан булған Зерах улы Завдиҙан тыуған Карми улы Ғаханға күрһәтелде.
Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте.
Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды.
Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.