18 Һеҙ Раббынан баш тарттығыҙ. Бөгөн һеҙ Раббыға ҡаршы фетнә күтәрҙегеҙ, ә иртәгә Уның асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төшөр.
Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.
Әгәр ҙә һеҙ йәки балаларығыҙ Минән ситкә боролоп, Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙе тотмаһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,
Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.
Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.
Шунан Раббы исраилдарға үләт ебәрә һәм етмеш мең кеше ҡырыла.
Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр.
Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай.
Муса Һарунға һәм уның ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Сәстәрегеҙҙе туҙҙырмағыҙ, кейемегеҙҙе йыртҡыламағыҙ, – тине. – Юҡһа үлерһегеҙ һәм Раббы бөтә йәмғиәткә асыуланыр. Әммә ҡәрҙәштәрегеҙ, бөтә Исраил халҡы, Раббы тарафынан яндырылғандар өсөн йәш түкһен.
Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.
Раббынан йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ул исраилдарҙы йәнә сүллектә ҡалдырасаҡ, ә һеҙ халыҡты тамам һәләк иттерәсәкһегеҙ.
Юғиһә улар улдарығыҙҙы Раббынан биҙҙерер һәм балаларығыҙ башҡа илаһтарға хеҙмәт итә башлар. Бына шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул һеҙҙе юҡ итер.
Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине:
– Бөтә Раббы йәмғиәте былай ти: «Ниңә һеҙ Исраил Аллаһына хыянат иттегеҙ? Ниңә Раббығыҙҙан баш тартаһығыҙ? Бөгөн Үҙегеҙгә ҡорбан усағы төҙөп, Раббыға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙ?
Зерах улы Ғахан гонаһ ҡылып, юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙе алғас, Алла асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төштө. Уның гонаһы арҡаһында ул бер үҙе генә харап булманы бит!»
Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды.
Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы.
яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята.
Әгәр Раббынан ҡурҡһағыҙ, Уға хеҙмәт итһәгеҙ, Уның әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, бойороҡтарына ҡаршы килмәһәгеҙ, һеҙ ҙә, һеҙгә етәкселек иткән батшағыҙ ҙа Аллағыҙ Раббы артынан йөрөһә, барыһы ла яҡшы булыр.
– Ҡурҡмағыҙ, – тине Шемуил халыҡҡа. – Ҡылған яуызлыҡ ҡылынған инде, әммә башҡаса Раббынан ситләшмәгеҙ, Уға бөтә йөрәгегеҙ менән хеҙмәт итегеҙ.