16 – Бөтә Раббы йәмғиәте былай ти: «Ниңә һеҙ Исраил Аллаһына хыянат иттегеҙ? Ниңә Раббығыҙҙан баш тартаһығыҙ? Бөгөн Үҙегеҙгә ҡорбан усағы төҙөп, Раббыға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙ?
Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.
Уларға әйт: Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе тотош яндырыу ҡорбаны йәки башҡа төр ҡорбан ҡылһа,
Раббынан йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ул исраилдарҙы йәнә сүллектә ҡалдырасаҡ, ә һеҙ халыҡты тамам һәләк иттерәсәкһегеҙ.
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
Ҡалған Исраил халҡына: «Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Ҡәнғән ерендәге Гелилоҫта, Иордандың исраилдарға ҡараған ярында, ҡорбан усағы төҙөгән» тигән хәбәр барып етте.
Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине:
– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.