11 Ҡалған Исраил халҡына: «Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Ҡәнғән ерендәге Гелилоҫта, Иордандың исраилдарға ҡараған ярында, ҡорбан усағы төҙөгән» тигән хәбәр барып етте.
Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Бейт-Әниәлә булды.
Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың ауҙарылғанын күрҙе.
унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
Батша кешеләре Иордан йылғаһына табан йүнәлде һәм кисеүгә тиклем ҡыуа барҙы. Улар ҡаланан сығыу менән, ҡала ҡапҡалары бикләнде.
Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне.
– Бөтә Раббы йәмғиәте былай ти: «Ниңә һеҙ Исраил Аллаһына хыянат иттегеҙ? Ниңә Раббығыҙҙан баш тартаһығыҙ? Бөгөн Үҙегеҙгә ҡорбан усағы төҙөп, Раббыға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙ?
Һеҙ биләгән ер нәжесләнгән икән, беҙҙең яҡҡа, Раббы биләмәһенә, Раббы сатыры торған яҡҡа күсегеҙ ҙә ошонан, беҙҙең яҡтан, үҙегеҙгә ер алығыҙ. Әммә Раббыға һәм беҙгә ҡаршы фетнә күтәрмәгеҙ, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына өҫтәп үҙегеҙгә тағы ҡорбан усағы төҙөмәгеҙ.
Ғилғәдтәр әфраимдарҙың сигенеү юлдарын ҡаплар өсөн Иордан аша кисеүҙәрҙе ҡулдарына алды һәм, ҡасып барған әфраимдарҙан берәйһе: «Аръяҡҡа сығайым әле», – тип рөхсәт һораһа, «Һин Әфраим кешеһеме?» – тип һорар булды. Ул: «Юҡ», – тип яуаплаһа,