9 Түбәндә Йәһүҙә һәм Шимғон ырыуҙарынан левиҙәргә бүлеп бирелгән ҡалаларҙың исемдәре:
Һемандың уң яғында туғаны Асаф тора. Асаф – Бәрәхъяһтың улы, Бәрәхъяһ – Шимғаның,
Юғарыла исемләп һанап кителгән ҡалалар левиҙәргә йәрәбә буйынса Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмәләренән бүлеп бирелә.
Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата.
был ҡалалар Һарун нәҫелдәренә, Ҡыһаҫ улдарынан булған левиҙәргә бирелде, сөнки уларға йәрәбә беренсе булып төштө.
Беренсе йәрәбә Ҡыһаҫ нәҫелдәренә төштө. Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булған левиҙәргә Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмә ерҙәренән йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде.
Исраилдар, Раббының Муса аша биргән бойороғона ярашлы, йәрәбә һалып, бына шул ҡалаларҙы тирә-яғындағы көтөүлектәре менән бергә левиҙәргә бирҙе.