7 Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде.
Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә.
Мерари улдарына нәҫелдәренә күрә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан йәрәбә буйынса ун ике ҡала бирелә.
Мерариҙың улдары: Махли менән Муши. Былар барыһы ла – Леви нәҫелдәре.
Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар.
Гершон улдарынан булған левиҙәргә Исасхар, Ашер, Нафтали ырыуҙарынан һәм Менашше ырыуының Башанда йәшәгән яртыһынан йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде.
Исраилдар, Раббының Муса аша биргән бойороғона ярашлы, йәрәбә һалып, бына шул ҡалаларҙы тирә-яғындағы көтөүлектәре менән бергә левиҙәргә бирҙе.