45 Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты.
Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне:
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
Үҙ телең менән ҡолоңа, атайым Дауытҡа, әйткән һүҙеңде бөгөн Үҙ ҡулың менән ғәмәлгә ашырҙың.
– Әйткән һүҙен тотоп, халҡы Исраилға именлек биргән Раббы мөбәрәк булһын! Ҡоло Муса аша биргән вәғәҙәләренең береһе лә бушҡа сыҡманы.
уның йөрәге Һиңә ҡарата тоғро икәнен күреп, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, йевусиҙәр, гиргашиҙәр ерен уның тоҡомона бирер өсөн Ибраһим менән килешеү төҙөнөң. Һин Үҙ һүҙеңдә торҙоң, сөнки Һин ғәҙелһең.
«Булып үткәндәр хаҡында Мин алдан уҡ әйтеп ҡуйған инем, Ул һүҙҙәр Минең ауыҙымдан сыҡты, Мин иғлан иттем һәм бойомға ашырҙым, Барыһын да ҡапыл эшләнем.
Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?
Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.
Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.
Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.
Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.