43 Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.
Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.
Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.
Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!
Улар шунда төйәкләнеп, Һинең исемеңә бағышланған Изге торлаҡ төҙөнөләр һәм былай тиҙәр:
Уларҙың тоҡомдары килеп, шул ергә хужа булды. Һин был ер кешеләрен, ҡәнғәниҙәрҙе, уларға буйһондорҙоң; батшаларын, шул ерҙәге халыҡтарҙы уларҙың ҡулына биреп, ни теләһәләр, шуны ҡылырға ихтыяр ҡуйҙың.
уның йөрәге Һиңә ҡарата тоғро икәнен күреп, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, йевусиҙәр, гиргашиҙәр ерен уның тоҡомона бирер өсөн Ибраһим менән килешеү төҙөнөң. Һин Үҙ һүҙеңдә торҙоң, сөнки Һин ғәҙелһең.
Әммә Раббы ҡөҙрәтен күрһәтер өсөн Исеме хаҡына йолоп алды.
Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.
Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.
Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.
Ерҙәрен биләгеҙ һәм шунда урынлашығыҙ, сөнки Мин уны милек итеп һеҙгә бирәм.
– Исраилдарға шуны бойор: Ҡәнғән еренә ингәс, унда Мин һеҙгә бирәсәк биләмәләрҙең сиктәре түбәндәгесә булыр.
Аллағыҙ Раббының һеҙгә бирәсәк ерен үҙегеҙгә алыр өсөн Иордан аша сыҡҡас һәм, уны яулап алып, шунда йәшәй башлағас,
Аллағыҙ Раббы һеҙ биләйәсәк ерҙәге халыҡтарҙы күҙ алдығыҙҙан юҡ иткәс, һеҙ улар еренә инеп урынлашҡас,
Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ергә килеп, уға хужа булғас һәм төйәкләнгәс: «Тирә-яҡта йәшәгән башҡа ҡәүемдәр кеүек үҙебеҙгә батша ҡуяйыҡ», – тип әйтһәгеҙ,
Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.
Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.
Был ҡалаларҙың һәр береһенең тирә-яғында көтөүлектәре лә бар ине, бөтә был ҡалаларҙың тирәһендә лә шулай ине.
Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!
Яҡуп Мысырға килгәндән һуң ата-бабаларығыҙ Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Раббы Муса менән Һарунды ебәрҙе һәм улар ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан алып сығып, ошо ерҙә төйәкләндерҙе.