2 уларға: – Раббы Муса аша беҙгә йәшәр өсөн ҡалалар һәм улар тирәһендә мал көтөр өсөн көтөүлектәр бирергә ҡушҡайны, – тине.
Ләкин левиҙәр үҙҙәренә тәғәйенләнгән ҡалаларҙа өйҙәрен һәр ваҡыт кире һатып алыу хоҡуғына эйә.
Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар.
Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын.
Исраилдар Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләнеләр һәм ерҙе үҙ-ара бүлештеләр.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.
Исраилдар, Раббы ҡушыуы буйынса, левиҙәргә үҙ биләмәләренән ҡалалар һәм көтөүлектәр бүлеп бирҙе.