11 Ғанаҡтың атаһы Арбағтың Йәһүҙә тауҙарында урынлашҡан Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһын тирә-яғындағы көтөүлектәре менән левиҙәргә бирҙеләр.
Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы.
Яҡуп, ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән ерҙәргә – Ҡыръяҫ-Арбаға, йәғни Хеврондағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.
Бынан дүрт йыл үткәс, Авшалом батшаға былай тип мөрәжәғәт итте: – Рөхсәт итһәң, мин, Хевронға барып, Раббыға биргән нәҙеремде үтәп килер инем.
эргә-тирәһендәге көтөүлектәре менән Йәһүҙә ерендәге Хеврон бирелә.
Күп тә үтмәне, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға китте.
Әүәл Хеврон Ҡыръяҫ-Арбағ тип аталған: Арбағ ғанаҡтарҙың иң атаҡлы кешеһе булған. Шулай итеп, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.
Хумта, Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон, һәм Сиғор – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.
был ҡалалар Һарун нәҫелдәренә, Ҡыһаҫ улдарынан булған левиҙәргә бирелде, сөнки уларға йәрәбә беренсе булып төштө.
Әммә ҡаланы уратып алған яландар һәм ауылдар Йефунне улы Калевҡа биләмәгә бирелгәйне.
Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте.
Хевронда һәм Дауыт үҙенең кешеләре менән йөрөгән урындарҙа йәшәгәндәргә яумалдан өлөш сығарҙы.