Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 21:1 - Изге Яҙма

1 Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары Ҡәнғән ерендәге Шило ҡалаһына ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының башҡа нәҫел башлыҡтары янына килеп,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 21:1
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын, Сөнки улар үтә рәхимһеҙ. Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына, Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ! Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен, Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!


Бына исраилдарҙың нәҫел башлыҡтары: Исраилдың баш балаһы Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон, Карми. Рәүвән нәҫеле шуларҙан ғибәрәт.


Һарундың улы Әлғазар Путиилдың бер ҡыҙына өйләнде. Уларҙың Пинхас исемле улдары тыуҙы. Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары бына ошолар.


Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Раббы Мусаға былай тине:


Исраилдар биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар биргәндә ҙурыраҡ ырыуҙарҙан – күберәк, бәләкәйерәгенән аҙыраҡ бирегеҙ. Һәр ырыу, ниндәй биләмә алыуынан сығып, левиҙәргә үҙ ҡалаларынан өлөш бирһен.


Ҡәнғәндә исраилдарға бирелгән ер биләмәләре бына ошолар. Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары был ер бүлемдәрен,


Ул ҡыҙҙар ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм башлыҡтар янына килеп: – Раббы Мусаға ағай-энеләребеҙ менән бер ҡатарҙан беҙгә лә биләмәгә ер бирергә ҡушҡан, – тинеләр. Шулай итеп, Йушағ, Раббы бойороғона ярашлы, уларға аталарының ағай-энеләре менән бер рәттән биләмәгә ер бүлеп бирҙе.


Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары Шилола, Раббы хозурында, Осрашыу сатырына инер ерҙә йәрәбә буйынса бүленгән ер биләмәләре бына ошолар. Шулай итеп, улар ер бүлеүҙе тамамланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ